✨🕌🕋🙏Һәр төрлө күҙ ауырыуҙарының иң яҡшы дауалау ысулы булып Аллаһ Тәғәләнең Ҡөръән Кәрим китабы тора. Ҡөръән уҡыу күҙҙәргә шифа бирә, күреү һәләтен көсәйтә. Ҡөръәндең һәр хәрефе беҙгә һәр ауырыуҙан дауа-шифа булып тора. Аллаһ әйткән бит: «Һәр ауырыу артынан мин шифаһын ебәрәм» тигән. Шуға ла беҙ ихластан, иманыбыҙға таянып ошо аяттарҙан шифа табайыҡ. Ауырыған күҙҙәре шифалау ысулдары «Йә Раббым! Ауырыу күҙҙәремә шифа бир!» тигән ниәт менән бер юлы 11 мәртәбә әр-Рағд (Күк күкрәү) сүрәһен уҡыу кәрәк. Хәҙрәт Ләйес һөйләгән: «Бер ваҡыт хәҙрәт Ғәмир ибн Ғүкбәнең күҙҙәре ауыртҡанын күргән инем. Шунан, күпмелер ваҡыттар үтеп уны йәнә осратҡас, күҙҙәре һау сәләмәт булғанын күрҙем. Мин ғәжәпләнеп: «Күҙҙәреңде кем шифаланы?» тип һораным. Ғәмир былай тип яуап бирҙе: «Төштә берәүҙе күрҙем, ул миңә: - «Йә Ҡариб. Йә Мүджиб. Йә Сәмиғад–дүға. Йә Ләтыйфән лимә йәшә. Рүддә ғәләййә бәсари» тип доға ҡыл! – тине. –Ошо доғаны уҡыған инем, күҙҙәрем асылды, күрә башланым, күҙем нуры үҙ урынына ҡайтты» — тип яуап бирҙе.

Теги других блогов: продвижение SEO Google